Был сара алғы һыҙыҡта ватаныбыҙ киләсәген яҡлаусыларға ярҙам итеүҙә берҙәмлектең сағыу өлгөһө булып тора. Гумконвой ирекмәндәргә туранан-тура мөрәжәғәт иткән яугирҙарҙың ихтыяждарынан сығып йыйылған, хәрбиҙәрҙең йөҙләгән үтенесе ғәмәлгә ашырылған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Махсус хәрби операция үткәреү зонаһына көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәре: шәхси гигиена саралары, медикаменттар, оҙайлы һаҡлау ваҡыты менән аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, туғандарынан һәм яҡындарынан адреслы посылкалар ебәрелә.
Шулай уҡ яугирҙар үтенесе буйынса бензобысҡылар, мотор майҙары, генераторҙар, иретеп йәбештереү аппараты, газ боллондары, инструменттар ебәрелә.
Алғы һыҙыҡтағыларға Аҡъярводстрой предприятиеһы Шевроле-Нива автомобиле, ә шәхси эшҡыуар Рөстәм Юлдашбаев ике уаз автомобиле хәстәрләгән.Йәнтеш ауылынан Илембәтовтар ғаиләһе иһә яугирҙарға быҡтырылған ит әҙерләгән.
Йылы кейемдәр, ойоҡбаш, бейәләйҙәр яугирҙарҙы һалҡында йылытасаҡ. Ә күңел йылыһы биреп яҙылған хаттар һалдаттарҙың рухын нығытасаҡ.
Гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан һәр кем яугирҙарға дошманды тар-мар итеп, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләй.
Гүзәл Борханова