Баҡалы районы Туҡтағол һәм Ахман ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды


Объекттар «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған. Ауылдағылар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам. Сөнки сәләмәтлек булғанда ғына йырға урын бар, бигерәк тә ҡаланан ситтә йәшәүселәргә.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында Туҡтағол һәм Ҡандалаҡбаш ауылдары халҡы беренсел медицина-санитар ярҙам аласаҡ.

35 йылдан ашыу ике ауыл халҡының сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреүсе фельдшер Гөлнара Камалетдинова яңы эш урынынан ҡәнәғәт.

Район үҙәгенән 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл халҡы был ваҡиғаны күптән көткән. Модулле пункт өсөн ер участкаһын әҙерләүҙә, биләмәне төҙөкләндереүҙә һәм кәртәләп алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.

Ахман ауылы халҡы ла медицина ярҙамын заманса шарттарҙа аласаҡ. Пациенттарҙы тәжрибәле фельдшер Клара Купцова дауалай, препараттар менән генә түгел, йылы һүҙе менән дә.

Быға тиклем фельдшер халыҡты ауыл мәҙәниәт йортонда ғына ҡабул итһә, бөгөндән- яңы пунктта. Акушер бүлмәһе, процедуралар өсөн айырым кабинет, санузел.


Ике бүлмә генә ине. Йылы һыу ҙа юҡ ине. Бындағы уңайлыҡтар менән сағыштырырлыҡ түгел. Эшкә килергә ашҡынып торасаҡбыҙ.

Клара Купцова, фельдшер

Яңы ҡорамалдар һәм технологиялар ҡулланыу медицина ярҙамының сифатын күпкә яҡшыртасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева