Өфөлә Дүртөйлә, Стәрлебаш һәм Баймаҡ райондары хакимиәте етәкселәренең ошо райондарҙа йәшәгән йәштәр менән осрашыуы үтте. Сара барышында теләгән һәр кем дәүләт эшмәкәренә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорау бирә алды. Мәсьәләр башлыса уҡыу, эшкә урынлашыу, баш ҡалала яҡташтар берҙәмлеге ойоштороуға ҡағылды. Башлыҡтар үҙ сиратында районда булдырылған инфраструктура, йәштәр өсөн ял һәм эш мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Йәш кадрҙарҙы Кесе Ватанға йәлеп итеү - сараның төп маҡсаттарының береһе. Осрашыуҙар октябрҙә башланып, ноябрь аҙағында Тәтешле районы вәкилдәре осрашыуы менән тамаланасаҡ.