Унда грек-рим көрәше һәм ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Спорт майҙанын асыуға бағыусылар булышлыҡ иткән. Тулыраҡ артабан.
Ғайсар Фәйзуллин - «Алые паруса» клубы ғорурлығы. Үткән йомала ғына үҫмер грек-рим көрәше буйынса ҡала беренселегендә еңгән. Йәш спортсы өсөн был сираттағы ҡаҙаныш, тренер әйтеүенсә, бер ярыштан да ул буш ҡул менән ҡайтмай.
Ғөмүмән, клуб тәрбиәләнеүселәре һынатмай. Спорт төрө менән клубта йәш буйынса бүленгән өс төркөм шөғөлләнә. Буласаҡ чемпиондарҙы грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры Илдар Ғәлиев тәрбиәләй. Иҫке бинала көрәш өсөн тейешле шарттар юҡ ине, ти ул. Яңыһында махсус келәм балаларҙы йәрәхәттәрҙән һаҡлаясаҡ.
Яңы клубта - яңы спорт төрө. Ошо көндән бында ауыр атлетика буйынса дәрестәр башлана. Олимпия спорт төрөнән күнекмәләрҙе халыҡ-ара класлы спорт мастеры Евгений Константинов үткәрәсәк. Уның тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтар өсөн физик мөмкинлектәрен күрһәтте.
Бина бағыусылар ярҙамында төҙөкләндерелгән. Тренерҙар, ата-әсәләр, балалар - ремонтта барыһы ла ҡатнашҡан. Әйткәндәй, залда теләгән һәр кем шөғөлләнә аласаҡ.
Рәзилә Ғилметдинова