Ул киләһе йылда эш башларға тейеш. Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында ошо турала белдерелде. "Пилотһыҙ технологиялар" ойошмаһы директоры Марс Әминев әйтеүенсә, технопаркта тейешле ҡорамалдар бар, ул етештереүселәргә яңы технологияларҙы тиҙерәк әҙерләү мөмкинлеге бирә. Бөгөнгә проектта 15 резиденттың ҡатнашыуы көтөлә. Фәнни-сәнәғәт үҙәге пилотһыҙ технологиялар тармағында эшләүселәрҙең хеҙмәттәшлеген тәьмин итә. Бында шулай уҡ пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса белгестәр әҙерләйҙәр.