Ул Республика парламентының комитет ултырышында ҡаралды. Финанс документҡа ярашлы, киләһе йылда ҡаҙнаның табыш өлөшө 324 миллиард һум булырға тейеш һәм башлыса һалымдар иҫәбенә тулылана. Сығымдар 4 миллиардҡа күберәк көтөлә. Финанстың ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелә. Бюджет проекты ноябрь аҙағында парламенттың пленар ултырышында ҡарала.