Бәләбәй районында ике мәктәп һәм балалар баҡсаһы ремонтлана

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был биналар уҙған быуаттың 60-сы-70-се йылдарында төҙөлгән. Киләһе йылда 8-се мәктәптең төп корпусында капиталь ремонт ҡаралған. Бында 600-ҙән ашыу бала уҡый. 15-се мәктәп 2026-2027-се йылдарҙа төҙөкләндерелә. Балалар баҡсаһында  ремонтты 2027 йылда башлау планлаштырыла.