Республиканың 14 ҡала һәм районында мәҙәниәт учреждениелары ремонтлана

Мәҙәниәт министрлығы конкурсында еңеүселәр өсөн бюджеттан субсидия ҡаралған. Аҡсаны биналарға капиталь ремонт һәм матди-техник  базаны яҡшыртыу өсөн тотонорға мөмкин. Исемлектә Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Йылайыр, Ҡариҙел, Краснокама, Мәсетле, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ,  Хәйбулла, Саҡмағош райондары  һәм  Сибай, Ағиҙел, Межгорье ҡалалары бар.