Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, һаҡланған биләмәләрҙә рейдтар үтеп торорға тейеш. Бөгөнгө ҡануниәткә ярашлы, оҙайлы тикшереүҙәр ойоштороу мөмкин түгел. Проект авторҙары фекеренсә, закон ҡабул ителһә инспекторҙар теләгән ваҡытта рейдҡа сыға аласаҡ. Документтарҙы, транспортты тикшереү буйынса күберәк вәкәләт бирелә. Закон проекты ноябрҙә пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала.