«Башҡортостан» полкы яугирҙарының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды


«Башҡортостан» полкы яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙанда үтте. Егеттәр хеҙмәт итеү урынына уңайлы шарттарҙа автобустарҙа барасаҡ. Белеүегеҙсә, хәрбиҙәрҙең отпускыһы ике аҙнаға иҫәпләнгән.

Күптәр көтөп алынған ялын ғаиләһе, туғандары янында уҙғарған, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Күрше төбәктәрҙә сәйәхәт итеп ҡайтыусылар ҙа бар.

Оҙатыу сараһында хәрбиҙәр тигеҙ сафтарға теҙелеп, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңланы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов яугирҙарға рәхмәтен һәм оло ихтирамын белдереп, уларҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләп үтте. 31-cе полктың шәхси составының Ватан алдындағы хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән дә билдәләнгән.