Өфөлә «Башҡортостан оҫталары»республика конкурсына йомғаҡ яһалды


Өфөлә «Башҡортостан оҫталары»республика конкурсына йомғаҡ яһалды, йылдың иң яҡшы табибы иғлан ителде. Был конкурста йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Владимир Сурков еңеү яуланы. Уны Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеүгә арналған тантаналы йыйылышта тәбрикләнеләр. Байрам сиктәрендә «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» тармаҡ-ара конкурс еңеүселәре лә иғлан ителде, хеҙмәт коллективтарының иң яҡшы вәкилдәре һәм профсоюз активистары бүләкләнде. Республиканың профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөндә Өфө сәнғәт институты, Өфө технология һәм дизайн колледжы студенттары һәм уҡытыусыларының һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылды.