Өфөлә Мария Афонина «Лидерҙың 4 интеллекты» лекцияһын уҡыны


Өфөлә «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһы проректоры, психолог Мария Афонина «Яңы замандың көслө ҡатын-ҡыҙҙары ҡунаҡханаһы» программаһы сиктәрендә «Лидерҙың 4 интеллекты» лекцияһын уҡыны. Хәҙерге заман шарттарында гүзәл заттарҙа лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү тураһында һөйләшеү ойошторолдо. Эксперттар карьера төҙөү менән бер рәттән ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәү серҙәре менән бүлеште.


Ҡатын-ҡыҙға тормошоноң һәр өлкәһендә лә үҙен табырға тырышырға кәрәк. Ул һөнәри үҫеш булһынмы, яратҡан шөғөл, ғаилә, сәләмәтлек - бөтәһе лә мөһим. Шулай уҡ йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеү. Бөтәһенә лә ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү ҙә әһәмиәтле.

Мария Афонина, «Лидер ҡатын» программаһы авторы һәм координаторы, психолог