Евразия үҙәгендә кадрҙар йәлеп итеү юлдары буйынса фекер алышыу үтте


Фәнгә, мәғарифҡа һәм иҡтисадҡа нисек кадрҙар йәлеп итергә? Мәсьәлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Фекер алышыу клубының күсмә ултырышында тикшерелде. Сарала ҡатнашыусылар карьераның өҙлөкһөҙ үҫеүенә булышлыҡ итеүсе алымдар, шәхестең үҫеш мөмкинлектәрен асыу юлдары менән танышты. Тәжрибәле белгестәр видеоконференция режимында әүҙем балаларҙы фәнгә һәм мәғарифҡа йәлеп итеү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.


Ысынлап та, беҙ һәр бер мәғариф программаһы белем алыусы студенттарға уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ. Белем биреү компанияға ғәмәли йәһәттән дә файҙалы булырға тейеш. Бынан тыш, беҙҙең юғары уҡыу йортонда корпоратив форматында илленән ашыу белем биреү программаһы һәм кафедралар уңышлы эшләй.

Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры