Италияның баш ҡалаһында Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе үтте


Сәнғәт аша гуманитар күперҙәр һаҡлана. Италияның баш ҡалаһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе үтте. Экспозицияны «Башҡортостан-Италия» берләшмәһе фонды Римдағы рус мәҙәниәте һәм теле институты ярҙамында ойошторҙо. Сәнғәт һөйөүселәргә «Үҙеңә юл», «Яҡтылыҡ һәм күләгә» картиналар сериялары тәҡдим ителде. Автор билдәләүенсә, ижади эштәрҙә бәхет төшөнсәһе асыла. Оҙон юл булғанға күрә, рәссам картиналарының бәләкәй күсермәләрен эшләп алып барған. Сит илдә күргәҙмә менән сығыш яһау ҙа Раушания Бәҙретдинованың күптәнге хыялы булған.