Радий Хәбиров бизнес-шерифтар менән осрашты


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн яуаплы муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашты. Бизнес - шерифтар институты 2019 йылда булдырылғайны. Эшҡыуарҙарға урында уҡ күп яҡлы ярҙам күрһәтеү, уңайлы эш климаты булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Ошо ваҡыт эсендә муниципаль берәмектәрҙә 13 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ сәғәте уҙғарылып, ауыл хужалығы, туризм, сауҙа һәм башҡа өлкәләргә ҡараған егерме меңдән ашыу проект ҡаралған, күп өлөшө тормошҡа ашырылған. Дөйөм инвестициялар күләме - 114 миллиард һум булыуы билдәле. Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында бизнес-шерифтар менән эшлекле осрашыу уҙғарыуҙы үҙе тәҡдим иткән, район-ҡала хакимиәттәрендә яуаплы эш башҡарыусыларҙы ул әүҙемерәк, күңел һалып эшләргә, бизнесҡа ҡарата асыҡ булырға саҡырҙы.

Осрашыу сиктәрендә «Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү»гә арналған стратегик сессия һөҙөмтәләре лә иғлан ителде. Шулай уҡ республика кимәлендә һөҙөмтәле, уңышлы эшләгән бизнес-шерифтар төбәк башлығының рәхмәте менән билдәләнде.