Учалы районында ташҡын һөҙөмтәһендә зыян күргән күперҙәр Яңы йылға тиклем тергеҙеләсәк

Был хаҡта урындағы хакимиәттән белдерҙәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, туҡтауһыҙ яуған йәйге ямғырҙар һөҙөмтәһендә Мулдаш ауылы халҡы утрауҙа тороп ҡалды - урау юл ямғыр һыуҙары менән йыуылды, ә күперле төп юл емерелде. Халыҡты ҡаршы ярға сығарырға ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Был көндәрҙә кәмә төп транспорт сараһы булараҡ ҡалланыла. Мулдаш һәм Аҙнаш ауылдарына күперҙәр емерелә. Ҡойма ямғырҙар туҡтау менән юлдар тергеҙелә. Транспортҡа ваҡытлыса йөрөү ойошторола.