Дим районындағы 112-се Башҡорт каалерия дивизияһы музейында «Арт ярҙам»- «Беҙҙекеләр өсөн» тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә Башҡортостан рәссамдарының махсус хәрби операцияға бағышланған картиналары урын алған. Экспозицияла алтмыштан ашыу ижади эш тупланған. Күсмә күргәҙмә махсус хәрби операция башланғандан алып эшләй һәм ике йыл ярым дауамында картиналар һаны күбәйә бара. Рәссамдар яу ҡырында батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙы һүрәтләгән. Мәҫәлән Ишембайҙан Клен ҡушаматлы яугир, үҙ кәүҙәһе менән яраланы ҡаплап һәләк булған Виталий Новиков һәм башҡалар. Рәссамдар күсмә күргәҙмә менән киләһе йыл Татарстанға барырға ниәтләй.