Өфөлә йәштәр йылына йомғаҡ яһалды


«Рух майҙанында» йәштәр. Өфөлә йәштәр йылына йомғаҡ яһалды. Ул декабрҙә уҙасаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы алдынан ойошторолдо. «Атайсал» мәҙәни үҙәгендәге сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма үткәргән квиз уйыны республика йәштәре өсөн бик фәһемле булды. Урындарҙа еңеү яулаған командалар финалға сыҡты. Йәш-елкесәк халҡыбыҙ тарихын, “Башҡорт батырҙары” темаһы буйынса белемен күрһәтте. Уйынды билдәле тележурналист Наил Юнысов алып барҙы.

Мәҙәни мәсьәләләрҙе күтәргән стратегик сессия майҙансығында иһә йәштәр ҡыҙыу бәхәстәр ҡорҙо. Мәҙәни киңлектә уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләү алымдары, яңы саралар, идеяларын башта аҡ ҡағыҙға теркәне, ә һуңынан кураторҙар хөкөмөнә тапшырҙы.

Сәләмәт йәшәү рәүешен яҡлаған спорт, үҙ эшенңде асыу, бизнес-проекттар өлкәһендә стратегик сессияла ла йәштәр әүҙемлек күрһәтте. Егет һәм ҡыҙҙарҙың спортты, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендәге тәҡдимдәре лә уңышлы тип табылды.

«Йәштәр» ҡорролтайының квиз уйынында 9 команда араһында Дүртөйлө районы йәштәре командаһы беренсе урынды яуланы. Ә 4 стратегик сессия барышына яңғыраған тәҡдимдәр һәм идеялар декабрҙә уҙасаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында ойоштороласаҡ йәштәр ҡоролтайына резолюция форматында тәҡдим ителәсәк.

Гүзәл Борханова