Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре Тольятти ҡалалаһының «Лада» клубын ҡабул итте. Осрашыуҙың тәүге егерме минутында командалар уңышҡа өлшәгә алманы. Ә бына икенсе осорҙа Ярослав Цулыгин Өфө клубын алға сығарҙы. Әммә оҙһаҡҡа түгел, тәнәфескә тиклем үк Денис Баранцев иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Һуңғы уйын өлөшөндә яҡташтарыбыҙ өҫтөнөрәк булды. Тәүҙә Денис Ян дәғүәселәр ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандырһа, һуңғы минуттарҙа Данил Алалыкин буш ҡапҡаға тағы ла бер шайба индерҙе. Шулай итеп юлаевсылар 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе уйынды беҙҙең команда 15 ноябрҙә үткәрә. Был көндө улар Ҡаҙағстандың «Барыс» клубы менән осраша