Балалар хоккейы буйынса республика беренселеге уҙғарыла

Унда 7 йәштән 12 йәшкәсә хоккейсылар ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Башҡортостан берләштерелгән хоккей федерацияһынан. Ярыштар 16 ноябрҙә старт ала һәм 2025 йылдың 30 мартына тиклем дауам итә. Беренселектә 24 клуб ҡатнаша. Финал уйынды "Өфө-Арена"ла уҙғарыу планлаштырыла.