Башҡортостанда "Атайсал" форумы уҙғарыла

Ул бөгөн Иҫәнғол ауылында ойошторола. Йыйында Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Хәйбулла райондары, Күмертау ҡалаһынан 250-нән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Ошонда уҡ Ейәнсура районының брендтары менән таныштырыу була, махсус хәрби опперацияға бағышланған күргәҙмә ойошторола. Форумда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләрен бүләкләү сараһы ла ҡаралған, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.