Оператор булараҡ Евразия фәнни-мәғариф үҙәге сығыш яһай. Программа буйынса ауыл һәм ҡалаларҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары ремонтлана, юл һалына, һыу үткәрелә, спорт йәки балалар майҙансыҡтары төҙөлә һәм башҡа проекттар үтәлә. Халыҡтан заявкалар 1 декабрҙән ҡабул ителә башлай. Эксперттар әле конкурста ҡатнашыу буйынса уҡытыу семинарҙары үткәрә. 2024 йылда проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан 600 миллион һум бүленде, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән.