Ул вазифаға бөгөн район Советы ултырышында бер тауыштан һайланды. Азамат Иҙрисов - күп йылдар республика мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән кеше. Һуңғы йылдарҙа ул Донбассты тергеҙеүҙе етәкләй. Район советы ултырышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Район советы депутаттары кандидатты бер тауыштан раҫланы. Комиссия Баймаҡ районы башлығы вазифаһына 2 кандидат тәҡдим иткәйне. Һайлауҙа еңеп сыҡҡан Азамат Иҙрисов тыумышы менән Күгәрсен районынан булһа ла, Баймаҡ уға яҡын. Халыҡҡа ла яңы башлыҡ сит түгел.
Азамат Иҙрисов - бизнес һәм дәүләт эшмәкәрлегендә тәжрибә туплап өлгөргән белгес. Һуңғы ике йылда ул Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный луч ҡалаһын тергеҙеүҙе етәкләй.
Әлеге вазифаһына инер алдынан Азамат Иҙрисов Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисади үҫеш департаменты бүлеген етәкләй, ә һуңғы ике айҙа район башлығы урынбаҫары вазифаһын үтәй. Ошо ваҡытта ауыл советтарына эшлекле сәфәр менән сығып, халыҡ проблемалары менән яҡындан таныша. Район хакимиәте командаһы яңы етәксегә ҙур өмөттәр бағлай.
Яңы башлыҡ алдында ҙур бурыстар тора. Баймаҡ - Урал аръяғының терәк райондарының береһе. Бында Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы урынлашҡан. Һәм ул йылдан-йыл матурая. «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программаһы буйынса ауылда төҙөкләндереү маҡсатында 30 миллион һум аҡса бүленгән. Бында Музей реставрацияна, почта һәм физкультура комплексы төҙөлә.
Ә Урғаҙа ауылында, ниһайәт, һыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Иҫкергән торбаларҙы алмаштырыу башланған. Ә оҙаҡламай асыласаҡ модулде дауахана хатта күрше Ырымбур өлкәһенән пациенттарҙы ҡабул итер, тип көтөлә.
Баймаҡ районы үҙәге лә үҙгәрештәр кисерә.
Баймаҡ - ҙур һәм бай тарихлы район. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Яңы башлыҡ уларҙы үҙ командаһы һәм халыҡ менән берлектә хәл итергә ниәтләүе тураһында белдерҙе.
Рәзилә Ғилметдинова