Иглин районы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашты. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» штабындағы йылы осрашыу хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Был бүлмәлә алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре һәм «Леший» костюмы үрелә. Яуаплы эштә мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша.
Ирекмәндәр штабы етәксеһе Елена Леонидовна яугирҙар өсөн оҫтахана буйлап экскурсия үткәрҙе. Окоп шәмдәре ҡойолған бүлмә, әҙер продукция келәте күрһәтелде. Шулай уҡ уға балаларҙың хаттарын уҡып ишеттерҙеләр, йылы йөкмәткеле хаттар яҙыусы балаларҙы маҡтап телгә алдылар.
«Бөркөт» һәм «Рэд» ҡушамамтлы яугирҙар ирекмәндәр менән осрашыу барышында үҙҙәренең хәрби юлы хаҡында һөйләне, һорауаҙарға төплө яуап бирҙе. Инесса Гладкова яугирҙарға йөрәк формаһында Башҡортостанда йыйылған үлән сәйен тапшырҙы. Фатима Сәлимова иһә Шәйехзада Бабич шиғырын бағышланы.
Осрашыу һуңында ирекмәндәр штабы ағзалары яугирҙарға маскировка селтәрҙәре һәм йылы кейемдәр тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән сираттағы осрашыу Иглин ауылының Виктор Бесценный исемендәге 1-се мәктәбендә ойоштороласаҡ.
Гүзәл Борханова