Кампания барышына ҡағылышлы һорауҙар республика хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә ҡаралды. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет хеҙмәт итеү урындарына юллана. Яңы хәрбиҙәр менән Ҡораллы көстәрҙең бөтә төрҙәре һәм ғәскәрҙәре, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби частары комплектлана. Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итмәйәсәк.