Башҡортостанда Салауат Юлаевтың һәйкәлен төҙөү тарихына һәм уны реставрациялау эшенә әҙерлек тураһында документаль фильм төшөрөлә. «Мин ҡайтырмын» картинаһы күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирер тип көтөлә. Фильмды Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында БСТ телеканалы менән «Самрау» фонды әҙерләй. Бөгөн ижади төркөм өсөн үтә лә яуаплы көн. Скульптураның ысынбарлыҡтағы хәлен күрһәтеү өсөн операторҙар монументтың эске яғына инде. Съемка майҙанынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Яуаплы съемканың төп геройҙары - ҡотҡарыусылар. Тап улар беренселәрҙән булып һәйкәл эсенә инеү урынын тикшерҙе.
Һәйкәлдең эске яғын төшөрөү беҙҙең телеканал операторы Вадим Лобовҡа йөкмәтелгән. Азамат Даянов коллегаһының эшен ситтән төшөрә. Ҡош осар бейеклектән коптер менән Ринат Кашапов күҙәтә.
Был, әлбиттә, кешене йыһанға осороу түгел. Әммә үтә лә яуаплы процесс. Һәйкәлгә күтәрелер алдынан бар нескәлектәр ерҙә үк һөйләшелде. Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау ни тиклем кәрәк? Был һорауға яуапты «Мин ҡайтырмын» документаль фильмы авторҙары эҙләй. Картинаны төшөрөүҙең иң тулҡынландырғыс өлөшө иртә менән башланды. Маҡсат - монументаль скульптураның хәлен күрһәтеү өсөн уның эске яғын төшөрөү.
Билдәле булыуынса, белгестәр һәйкәлдең техник торошон 2018 йылдан алып күҙәтә. Тап шул ваҡытта уҡ уның авария хәлендә булыуы асыҡлана. Әлеге көндә проект документацияһы скульптураны һүтеүҙе һәм цех шарттарында ремонтлауҙы күҙ уңында тота.
«Мин ҡайтырмын» документаль фильмын БСТ каналы «Самрау» фонды менән берлектә төшөрә. Картина яҡын арала киң тамашасыға тәҡдим ителәсәк.
Әлфинә Килдейәрова