Бөрйән районында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ күҙәтелмәй


Төбәк йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә төрлө дәүләт программаларын уңышлы файҙаланыуға өлгәшкән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Радмир Йыһангиров сығышы менән Бөрйән районынан. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағанға тиклем ул медицинаның төрлө йүнәлештәрендә тәжрибә лә туплап өлгөргән. Дипломлы белгес булараҡ ординатураны уңышлы тамамлағас та, «Ауыл табибы» программаһы менән тыуған яғына эшкә ҡайта.

Радмир Вил улының дәүләт программаһын файҙаланыуға бер йыл булһа, ә Инзиә Салауатова тейешле биш йыллын тултырғанда инде. Ошо ваҡыт эсендә ул ярайһы уҡ тәжрибә туплап, бөгөн район поликлиникаһы мөдире вазифаһын башҡара.

Тап йәштәрҙең ауылдарға ҡайтыуы һөҙөмтәһендә бөгөн Бөрйән районында медицина белгестәренә ҡытлыҡ күҙәтелмәй. «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» кеүек дәүләт программаларының уңышлы тормошҡа ашырылыуын улар үҙ миҫалында күрә. Уның ҡарауы, төбәктә әленән-әле медицина ҡоролмалары яңыра, төпкөл ауылдарҙа модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктары асыла.

Азат Ғәлиуллин