Ултырышта биоһаҡлау, башҡа төбәктәрҙән хайуандар һәм ҡоштар индереүҙе котролдә тотоу, ветеринария, фитосанитар, иҫкәртеү талаптарын үтәү- тармаҡ алдында торған мөһим бурыстар барланды. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә һәм күрше дәүләттәрҙә эпизоотик хәл көсөргәнешле. Мәҫәлән, быйыл илдең 20 субъектында сир таралыуҙың 60 осрағы теркәлгән. Кәңәшмәлә республикала африка тағуны таралыуына юл ҡуймау өсөн күрелгән саралар хаҡында ла һүҙ барҙы.
Төбәк-ара команда-штаб күнекмәләре барышында Башҡортостандың 20 районы ветеринария станциялары вәкилдәре,Татарстан, Удмурт, Пермь крайы белгестәре ҡатнашты. Махсус хеҙмәттәрҙең бурысы - биләмәне кәртәләү, хайуандарҙан анализ өсөн биоматериал алыу һәм инфекция таратыусы тип фаразланғандарын юҡ итеү. Уҡыу барышында белгестәр сирҙең таралыуына юл ҡуймау тураһында фекер алышты.