Экспозицияла 54 райондың картаһы урын алған. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музей булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған проектта 500 -ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Карталарҙың авторҙары - республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡул эше оҫталары, профессиональ рәссамдар, шулай уҡ ижади студиялар, коллективтар, оҫтаханалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, музейҙар вәкилдәре.
Картала Иглин районы аша үткән автомобиль һәм тимер юлдары асыҡ күренеп тора. Турбаҫлы ауылында йәшәүсе Ғәбиҙә Вәлиева картаны район оҫтабикәләре менән бергә әҙерләгән. Быға тиклем Башҡортостан картаһында 26 районды нағышлап рекорд ҡуйған ханым билдәләүенсә, алъяпҡыс йә ҡулъяулыҡ сигеү генә түгел был. Яуаплы эште Ғәбиҙә Ғибәҙулла ҡыҙы республиканың халыҡ ижады үҙәгендә, ғәҙәттәгесә үҙенең йортонда төндәр буйы ултырып башҡарған.
Башҡортостан башлығы грантына бойомға ашырылған. «Башҡортостандың нағышлы картаһы» проектынан һуң быйыл һәр район үҙ картаһын эшләгән. Милли музейҙа асылған күргәҙмәлә 54 муниципалитеттың картаһы тәҡдим ителә.
Тауҙар, нефть вышкалары, бал ҡорттары, йылҡы йә һыйыр малдары- һәр һүрәт район тураһында һөйләй. Ижади эштәр төбәк оҫталары менән бергә, йә бер кешенең генә ҡулы менән башҡарылған. Мәҫәлән, Әлшәй районында һәр ауыл советы үҙенең биләмәһен нағышлаған. Башҡорт аҫалы балаҫы, шафран сейәләре һәм башҡа брендтар күрһәтелгән.
Карталар төрлө материалдар: сәйлән, таҫмалар, кейеҙ, төҫлө ептәр һәм башҡа материалдар ҡулланып яһалған. Күргәҙмә 15 декабргә тиклем дауам итә. Проект онотола башлаған сигеү сәнғәтен танытыу, халыҡҡа ҡайтарыу, уға иғтибарҙы арттырыу йәһәтенән дә әһәмитәле.
Рәмилә Исмәғилева