Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте


Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн нәшер ителгән йыйынтыҡты уҡырға, шулай уҡ махсус һылтанма аша тыңларға ла мөмкин. Бишек йырҙары халыҡ ауыҙ-тел ижадының айырым жанры булараҡ ҡарала. Ошоно иҫәпкә алып, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре фольклор әҫәрҙәрен халыҡҡа заманса форматта еткерергә ҡарар иткән.

Аудио проектта Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсөм Бикбулатова һәм Зилиә Бәхтиеваның, шулай уҡ Гәлсәр Байғусҡарова башҡарыуындағы 6 халыҡ бишек йыры тәҡдим ителгән. Проекттың исем туйы уңайынан улар йыйынтыҡҡа ингән композицияларын да йырлап ишеттерҙе. Шулай уҡ сара барышында медицина психологы бишек йырҙарының әһәмиәте, уның тылсымлылығына айырым туҡталды.