Белорет ҡалаһы урамдары яҡтырҙы

Быйыл ҡалала 383 яңы фонарь урынлаштырылған. Бының өсөн 7 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш дауам итә. Район  хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, бөгөнгә 300 мең һум  экономияланған. Был аҡса  яҡтыртыу системаһын яңыртыуға йүнәлтелә.