Өфөлә пассажир транспорты туҡталыштары яңыртыла

Быйыл 22 яңы павильон алыу планлаштырыла. Бының өсөн 8 миллион ярым һум тотоноу ҡарала. Павильон хаҡы уның төрөнә бәйле. Ябайҙарын 110 мең һумға алыу планлаштырыла. Ябыҡ, йылытылған павильондар күпкә ҡиммәтерәк тора. Ноябрь аҙағына тиклем тағы биш туҡталышты яңыртыу көтөлә.