“Ватанды һаҡлаусылар” фонды белгестәре 66 меңдән ашыу мәсьәләне хәл иткән

Дәүләт фонды төбәк бүлексәһе былтыр июндә эшләй башланы. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың яҡындарынан һорауҙар ҡабул ителә. “Социаль координаторҙарға юридик, шулай уҡ реабилитацияға бәйле мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр”, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк филиалы Өфөлә Минһажев урамы, 107-се йортта урынлашҡан. Яңыраҡ филиалға Дәүләт фондының Почет грамотаһы тапшырылды.