Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай киләһе йыл 30 йыллығын билдәләй

Өфөлә юбилейға  әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Унда  власть органдары, ғилми һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре, депутаттар ҡатнашты.  Саралар планына ярашлы, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында парламентаризм дәрестәре, лекциялар үткәрелә, китаптар һәм архив документтары күргәҙмәләре ойошторола. Журналистар араһында парламент тематикаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Парламенттың 30 йыллығына арналған документаль фильм һәм китап әҙерләнә. Киләһе йылдың мартында тантаналы йыйылыш һәм ғилми-ғәмәли конференция була. Парламентаризм ветерандарын һәм ҡануниәт үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙе ҡотлау ҡарала.Сараларҙың төп маҡсаты – парламенттың республика тарихындағы ролен һәм әһәмиәтен, уның граждандарҙың көндәлек тормошона йоғонтоһон билдәләү, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  рәйесе Константин Толкачев.