Бөрйәндә күтәрмәле ҡоролма менән тюбинг трассаһы була

  Эшҡыуар Ранис Йәнбирҙин адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса документтар тапшырып, үҙ эшен асыу өсөн субсидия алған. Ул ер участкаһын рәсмиләштерә,  әле төҙөлөш эштәре бара. Эшҡыуар тюбинг трассаһын  ҡышҡы миҙгел  башланғансы асырға планлаштыра, тип белдерәләр район хакимиәтенән. Ранис Йәнбирҙин  туристик бизнес менән 2020 йылдан шөғөлләнә. Уның  Ырғыҙлы ауылында ҡунаҡхана йорто һәм бағыр хужалығы булған  туристик базаһы  бар.