Өфөнөң Калинин районына ҡараған Карпов ауылында табип амбулаторияһы асылды

Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Медицина учреждениеһы Карпов, Самохвалов һәм Йылҡыбай ауылдарынан 1 мең 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.Бина бөтә талаптар һәм санитар нормаларға яуап бирә. Балалар табибы, стоматолог, терапевт кабинеттары эшләй.