Вуз-ара Евразия фәнни белем биреү үҙәгендә «Фән 0+» Бөтә Рәсәй фән фестивале асылды


«Киләсәк технологиялары: фән һәм мәғарифты һанлаштырыу» фестивале IT-технологияларға һәм уларҙың фән, мәғариф һәм йәмғиәт үҫешенә йоғонтоһона арнала. Фестивалдә IT технологиялар өлкәһендәге яһалма интеллект һәм машиналар өйрәнеү, фән һәм бизнес, төрлө фәнни дисциплиналарҙа тикшеренеүҙәрҙе яҡшыртыу, мәғлүмәттәр эшкәртеүҙә һәм инновацион алымдарҙа заманса IT инструменттарын ҡулланыу кеүек темалар күтәрелә. Фестивалдә Башҡортостан ғалимдары, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Донецк халыҡ республикаһынан вәкилдәр бар. Ике көн дауам итәсәк форумда йәш ғалимдар үҙҙәренең һуңғы йылдарҙағы фәнни өлкәләге асыштарын тәҡдим итә.


Был фестиваль Башҡортостанда фәндең үҫешен күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы өлкәһе, медицина, нефть эшкәртеү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. Бигерәк тә йәш быуын өсөн фәһемле буласаҡ.