«РиаПласт» компанияһында яңы производство асылды


«РиаПласт» компанияһы - дәүләт ярҙамының бизнесты үҫтереүгә нисек булышлыҡ итеүенең яҡшы миҫалы. Яңыраҡ Өфөлә үткән еңел сәнәғәт форумында был предприятиела яңы производство участкаһы асылды.

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урында эштең нисек ойошторолоуын ҡарар өсөн Туймазыға килде. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 2020 йылда компания «Сәнәғәт сәғәттәре»нең береһендә ҡатнаша. Шул саҡта инвестиция проекты хуплау таба, уға сауҙаһыҙ ер бүленә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә буш урында ҙур производство үҫә, бөгөн бында 300-ҙән ашыу кеше эшләй. «Иң мөһиме, предприятие - социаль яуаплы. Һәр ваҡыт әйтәм, хеҙмәткәрҙәргә ихтирам күрһәткән урындарҙа эш яҡшы бара. Был кадрҙар етешмәү шарттарында бик мөһим, һәм беҙҙең предприятиелар етәкселеге быға иғтибарҙы йышыраҡ йүнәлтә», тип яҙған Башҡортотсан башлығы.