«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектының географияһы киңәйә. Бөгөн был программа сиктәрендә бер төркөм пенсия йәшендәге туристар «Өфө» аэропортынан Үзбәкстанға осто. Уларҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып ҡалды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Уларҙы бер уртаҡ һыҙат берләштерә - йәшәүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 50 турист «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса иң беренселәрҙән булып Үзбәкстанға оса. Яңы тәьҫораттар артынан сәйәхәткә юлланыусылар иртә менән «Өфө» аэропортына йыйылды. Улар араһында был программа менән быға тиклем дә ҡулланыусылар бар.
Апалы-һеңлеле Дания менән Әлмира ханымдар «Башҡорт оҙон ғүмерлеге»ндә тәүгә. Сәйәхәткә ентекле әҙерләнгәндәр.
Үзбәкстанға сәйәхәт 4 көн дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә өлкән быуын вәкилдәрен Сәмәркәнд һәм Ташкент ҡалаларында экскурсиялар көтә, илдең төп иҫтәлекле урындары - кәшәнә һәм мәсеттәрҙе күрәсәктәр. Шулай уҡ мәҙәниәт менән танышып, милли ризыҡтар тәмләп ҡараясаҡ.
Сәйәхәткә юлланыусыларға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уңыштар теләп үҙ сәхифәһендә былай тип яҙған: «Республикабыҙҙы Үзбәкстан менән бик йылы һәм конструктив мөнәсәбәттәр бәйләй, ул халыҡ-ара аренала төп партнерҙарыбыҙҙың береһе. Хәҙер беҙ социаль туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итә башлайбыҙ. Программа тураһында ентекләберәк Башҡорт-Үзбәк оҙон ғүмерлелеге сайтында танышырға мөмкин. «
Әлфинә Килдейәрова