Экспозиция акварель, баҫма һәм уникаль графика кеүек өс төрлө залға бүленгән. Ул йәмғеһе 93 рәссамдың 200-ҙән ашыу эшен берләштергән. Шуға ла баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күңеленә яҡын картиналарын таба ала. Өҫтәүенә, һәр ижадсының һынлы сәнғәттә ҡулланған техник алымын өйрәнеү, сағыштырыу, үҙенсәлеген дә тойорға мөмкин.
Әйткәндәй, республика рәссамдарының эштәренән торған күргәҙмәгә һуңғы тапҡыр 2017 йылда ойошторолған. Шуға ла осрашыуҙы ижадсылар байрам булараҡ ҡабул итте. Экспозицияға ла улар һуңғы йылдарҙа ижад иткән, халыҡ араһында бик үк билдәле булмаған әҫәрҙәрен тәҡдим итергә тырышҡан. Республика күргәҙмәһе декабрь урталарына тиклем эшләй.