Радий Хәбиров эш сәфәре менән Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларында булды


Сәнәғәт предприятиелары юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары менән муниципаль-ара кимәлдә тығыҙ хеҙмәттәшлектә булырға тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында ойошторолған күсмә «Сәнәғәт сәғәте»ндә билдәләп үтте. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе республика кимәлендә тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән дә танышты, әйтәйек, Туймазы районында уңышлы эшләгән компания беренсел сеймал өсөн һаҡлағыс ҡаптар әҙерләү буйынса тегеү производствоһын асҡан. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Туймазылағы предприятиела ҡойолоусан материалдар һәм аҙыҡ-түлек продукцияһы өсөн йомшаҡ контейнерҙар етештерелә. Сығарылған төрөү материалы Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ихтыяж менән ҡулланыла. Яңыраҡ «Еңел сәнәғәт» форум-күргәҙмәһе сиктәрендә компанияла беренсел сеймал өсөн һаҡлағыс ҡаптар әҙерләү буйынса тегеү цехы сафҡа индерелгәйне. Дөйөм инвестициялар күләме 160 млн һум тәшкил иткән.

Башҡортостан башлығы производство участкаларында булып, продукция өлгөләрен ҡараны, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары менән танышты. Осрашыу барышында сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларының һөҙөмтәлелеге билдәләнде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәрен Октябрьский ҡалаһында дауам итеп, тиҙ үҫешкән машиналар төҙөү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Бында нефть һәм газ комплексы өсөн эске скважина ер аҫты ҡорамалдары етештерелә, шулай уҡ предприятие сервис хеҙмәтләндереүен дә һөҙөмтәле алып бара.

Нефть скважиналары мотлаҡ рәүештә үлсәү ҡулайламалары менән дә тәьмин ителергә тейеш, улар ярҙамында ер аҫтынан сығарылған эмульсияла нефть, газ, һыу нисбәте иҫәпләнә. Төбәк етәксеһе 80 йылға яҡын баҙарҙа эшләгән тағы ла бер компанияның производство майҙансығында булды. Компания «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашып, производство процестарын өҙлөкһөҙ камиллаштырыу һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеген 1,4 тапҡырға арттырған. Һуңғы йылдарҙа инвестиция проекттары ла уңышлы тормошҡа ашырылған

Октябрьскиҙа хужалыҡ-көндәлек тәғәйенләнештәге пластмасс изделиелар етештереүсе предприятие ла күләмле инвестиция проекттары тормошҡа ашырып, производство ҡеүәттәрен арттырған. Инвестициялар ҡатмарлы пресс-формалар уйлап сығарыу эшләү, маркетингҡа йүнәлтелгән. Яңы станоктар һатып алына. Әйтәйек бында мебелдең бер детале эшләнә, күреүегеҙсә, һүрәте һәм тәғәйенләнеше буйынса ла ул ҡатмарлы.

Йорт йыһаздары, ял, туризм, баҡса өсөн тәғәйенләнгән продукция - ассортиментта 2000ән ашыу изделие. Йыл һайын яңылары сығарыла. Предприятие балалар тауарҙары һәм уйынсыҡтар кластерына ла индерелгән. Шул уҡ ваҡытта федераль сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек булдырылған, продукция сит илдәргә лә сығарыла.

Республика башлығы Радий Хәбиров компанияның һөҙөмтәле эшләүен, төбәк иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырып, технологик процестарҙы автоматлаштырыу мөһим. Октябрьский ҡалаһында ойошторолған «Сәнәғәт сәғәте»ндә предприятиеларҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, айырыуса ауыл ерендә урынлашҡан колледждар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу, был эш муниципаль-ара кимәлдә алып барылырға тейеш.

Сәнәғәттең көслө темптары ҡала үҫешенә лә этәргес. Эш сәфәре аҙағында республика башлығы Радий Хәбиров ҡаланың 33-сө биҫтәһендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының»Стимул» федераль программаһы буйынса төҙөлгән яңы юлды асып, автомобиль хәрәкәтен ебәрҙе. Дөйөм финанслау күләме 263 млн һум тәшкил иткән. Биләмәлә 13 күп фатирлы торлаҡ, мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшө планлаштырылған.

Урындағы халыҡ ҡаланың социаль иҡтисади үҫешенә күрһә елгән ярҙам өсөн төбәк башлығына рәхмәтен белдерҙе

Гөлназ Хәйбуллина