Асҡын районынан ике ғаилә өй туйлаясаҡ


Был йорттар «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында төҙөлгән. Бының өсөн 10 миллион һум бүленгән. Торлаҡлы булған ғаиләләр шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән Йәүһәт Шәйәхмәтов торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торған. Хәләле менән ике ул тәрбиәләүсе уҙаман яңы йортта, бөтә уңайлыҡтар булған шарттарҙа йәшәйәсәге хаҡында яңылыҡты шатланып ҡабул иткән. Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре 63 квадрат метрлы заманса уңайлы йортта һәр кемдең үҙ бүлмәһе буласағына ҡыуана.

Быға тиклем Шәйәхмәтовтар ағас йортта, утын яғып йәшәгән .Ә бында газ, һыу тәьминәте, йылы иҙән ҡоролған. Ванна һәм аш бүлмәһе заманса ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған. Ғаиләгә мебель һатып алырға ғына ҡала.

Ә күрше йортоң асҡысы Винера Фәүзетдинованыҡы . Был йорттоң төҙөлөүен ҡатын өс йыл буйына көткән. Әлеге ваҡытта ул бала табыу йортонда. Шуға күрә уның йорт асҡысы яҡындарына тапшырылды. Винера Фәүзетдинова район хакимиәтендә эшләүсе йәш белгес булараҡ торлаҡ һатып алыуға ғариза тапшырған.

Йорттар ауыл ерендә эшләүсе белгестәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында төҙөлгән. Был ике ғаиләнән тыш, республикала йыл аҙағына тиклем 83 ғаиләгә яңы йорт асҡыстары тапшырыласаҡ. Уларға торлаҡ ҡуртым килешеүе буйынса бирелә. Эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүе буйынса 5 йылдан һуң ғаиләләр йортто төҙөлөш хаҡының 10 процентына, ә 10 йыл үткәс 1 процентына шәхси мөлкәт булараҡ һатып ала.


Ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртыу өсөн тәүге ысул- субсидия бүлеү. Халыҡ үҙҙәре төҙөлөш башлай, төҙөлөштөң ниндәйҙер өлөшөндә субсидия юллай. Икенсеһе- эре предприятиелар үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн күп фатирлы йорттар һала. Һуңғы ике йылда социаль ҡуртым да киң үҫешә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы

Программаның төп маҡсаты-йәшәү өсөн яҡшы шарттар булдырыу, ауылға белгестәр йәлеп итеү. Киләсәктә дәүләт программаһы буйынса Шишмә районында да тотош агро ауыл барлыҡҡа киләсәк һәм ул бер-нисә йөҙ йорттан торасаҡ. «Таврос»компаниялар төркөмө тап ошо программа буйынса үҙ белгестәрен торлаҡ менән тәьмин итергә ниәтләй. Республикала ауыл ипотекаһы ла киң таралған. Һуңғы 4 йылда Башҡортостан был маҡсатҡа кредиттар һаны буйынса алдынғы урында. Белгестәргә социаль ярҙам программалары ҡулланып ауылда йәшәү һәм эшләү күпкә уңайлыраҡ була бара.

Гүзәл Борханова