Баш ҡалала “Рәсәй – За самбо” форумы уҙа. Унда ил төбәктәренән 600-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Улар ауылда, мәктәптә, урта һәм юғары уҡыу йорттарында был спорт төрөн үҫтереү буйынса фекер алыша. Билдәле спортсылар, мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты һәм вице-президенты Сергей Елисеев менән Анатолий Якунин бар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФорум барышында самбо буйынса ярыштар уҙа. Турнир Рәсәй Геройҙарына бағышлана. Форум яңы сафҡа ингән Көрәш һарайында ойошторола һәм 17 ноябргә тиклем дауам итә.