Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде


Башҡортостан менән Алтай республикаһын аваибәйләнеш тоташтырасаҡ. Был төбәктәр араһында туризм һәм башҡа тармаҡтарҙы нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Бөгөн Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде. Делегацияны төбәк башлығы Андрей Турчак етәкләй. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Өфөләге мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарында булды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Һанаулы минуттар эсендә машинаны һүтеп зыян күреүсе водителде сығарыу. Күнекмәне Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары үтәй. Улар белем усағының ҡотҡарыусылар йүнәлеше уҡыусылары. Колледжда компьютер уйындары, ҡушымталар эшләргә лә өйрәтәләр. «Интернет әйберҙәре» лабораторияһында роботтарҙың үҙ-ара эш итеүе көйгә һалына. Иң популяр йүнәлештәрҙең береһе булып «Пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу» ҡала. Унда коптер операторҙары әҙерләнә.

Оҫтаханаларҙың эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров һәм Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак танышты. Һуңғы йылдарҙа колледж «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» программаһы буйынса матди-техник базаны нығытыуға өлгәшкән.

Алтай делегацияһы Республика балалар онкология һәм гематология үҙәге менән дә танышты. Учреждение «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса төҙөлгән. Медицина учреждениеһы быйыл сафҡа инеп, төбәктән ситкә сыҡмайынса юғары технологиялы ярҙам алырға мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров менән Андрей Турчак лаборатория кабинеттарын, реанимация палаталарын, операция блогын ҡарап сыҡты, табиптар менән әңгәмәләште. Был объектҡа һәм, ғөмүмән, медицина тармағының эшмәкәрлегенә Алтай делегацияһы айырыуса ҡыҙыҡһыныусан. Республикала табиптар етешмәй һәм Башҡортостан менән тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытырға теләйҙәр.

Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак өсөн Башҡортостанға килеү - яңы вазифаны үтәй башлағандан алып тәүге рәсми эш сәфәре. Ике субъект башлыҡтары артабан хеҙмәттәшлек итеү нескәлектәрен тикшерҙе, делегациялар араһында осрашыу үтте. Шунда уҡ Радий Хәбиров менән Андрей Турчак сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Федераль хөкүмәт ҡайһы бер төбәктәрҙең башҡаларға ҡарата остазлыҡ проектын тәҡдим иткәйне. Башҡортостан сәнәғәт потенциалын асыу буйынса Алтай республикана остаз һанала.

Алтай делегацияһы Башҡортостан вәкилдәрен яуап сәфәр менән киләһе йыл яҙ көтә. Төп маҡсат - төбәктәр араһында ныҡлы бәйләнеште дауам итеү, халыҡты бер-беребеҙҙең мәҙәниәте менән таныштырыу, ике төбәктең дә матурлығын күрһәтеү.

Әлфинә Килдейәрова