Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай бинаһында уҙған йыйылышта «Берҙәм Рәсәй « партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев ҡатнашты. Партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бөтә ғәмәлдәр, проекттар, башланғыстар илдең иҡтисадын, уның оборона ҡеүәтен нығытыуға, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, һайлаусыларҙың наказдарын хәл итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне.
Көн тәртибендә алдағы йылдарға партия бурыстары ҡаралды. Ағымдағы йыл партияла беренсел бүлексәләр билдәһе аҫтында үтә. 2025 йыл республикала партияның урындағы бүлексәләренең сәйәси советтары йылы буласаҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһының декабрь айында Мәскәүҙә үтәсәк 22-се съезына делегаттар һайлана, шулай уҡ Дәүләт Думаһына 2026 йылдағы һайлауҙарға әҙерлек этабы башлана.