Өфөнөң Көрәш һарайында «Zвезда» самбо буйынса Бөтә Рәсәй балалар турнирына старт бирелде


Күләмле ярыш Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арнала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, республикала был спорт төрө үҫешенә айырым иғтибар өсөн Бөтә Рәсәй самбо федерацияһына рәхмәтен белдерҙе. «Россия - Za самбо» форумының пленар ултырышында күтәрелгән мөһим мәсьәләләр, ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм турнир барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Халыҡ-ара самбо турниры сиктәрендә баш ҡаланың Көрәш һарайы тәүге күләмле ярышты ҡабул итә. Йәш спортсылар келәмгә сығырға әҙерләнә. Рәсми ҡунаҡтар сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, самбоның үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә ярҙам иткән спорт төрө булыуын билдәләп үтте.

Рәсәйҙә самбо уҙған быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килә. Бергә-бер көрәштең был төрө милли спорт мәҙәниәтенең алыштырғыһыҙ бер өлөшө, илһөйәрлек, рух һәм ихтыяр көсөн тәрбиәләй. Бөгөн ил кимәлендә самбо менән миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Башҡортостанға килгәндә, был спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй балалар турниры өсөнсөгә үтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, яңы еңеүҙәр теләне. Ғәҙел көрәштә иң көслөһө еңергә тейеш.

Сара сиктәрендә Рәсәй самбосылары рәтенә яңы ғына баҫыусылар спорт төрө техникаларын намыҫлы үҙләштерергә, үҙҙәрендә яуаплылыҡ тәрбиәләргә һәм ярыш, ғәҙел көрәш ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә ант бирҙе.

Рәсәй геройҙары иҫтәлегенә арналған ярышта илдең иң көслө спортсылары йыйылды. Келәмгә сыҡҡан һәр йәш спортсының күңеле тыуған иленә ҡарата оло һөйөү менән тулы. «Еңеү фәне»н үҙләштереүселәр төрлө алымдар ҡулланып, беренселеккә ынтылды.

«Мәктәпкә самбо» программаһында 37 белем усағы ҡатнаша, барлығы ике меңгә яҡын уҡыусы йәлеп ителгән. Ә инде ошондай күләмле ярыштарҙың Башҡортостанда уҙғарылыуы, был спорт төрө үҫешенә этәргес көс булып тора.

Өфө «Рәсәй за самбо» форумын ойоштороу майҙансығы итеп тә һайлап алынғайны. Дискуссия майҙансыҡтарында юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәрҙең уҡыу программаларына самбоны индереү, ауыл һәм адаптив самбоны үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Тәүмаҡсат - ил кимәлендә самбоны спорт төрө булараҡ үҫтереү, популярлаштырыу, пропаганда алып барыу. Пленар ултырышта спорт инфраструктураһын нығытыу, кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре лә күтәрелде. Тренерҙарға ярҙам сараларын күтәреү тәҡдимдәре яңғыраны.

Самбо ысын ир-егеттәрҙе тәрбиәләй. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә ил мәнфәғәттәрен яҡлап ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ араһында ла был спорт төрөн үҙ итеүселәр күп.

Бөтә Рәсәй самбо көнөндә Башҡортостан йәнә илдең спорт үҙәгенә әйләнде. Көрәш һарайында ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙар «За самбо» федераль партия проектын көсәйтеүгә йәнә булышлыҡ итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина