Йәрмәкәй районы үҙәгендә «Дуҫлыҡ» паркы асылды


Йәмәғәт киңлеген булдырыу буйынса маҡсатлы системалы эш 8 йыл буйына барған. 2017 йылда уҡ ауыл халҡы ял паркын төҙөү идеяһын күтәрә. Шул ваҡыттан алып проект урындағы башланғыстарға ярҙам итеү республика программаһы буйынса тормошҡа ашырыла башлай. Һуңынан паркты төҙөкләндереү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дауам итә.Биләмәне үҙгәртеүҙә район үҙәгенең бөтә халҡы ҡатнаша. Башланғыс этапта майҙанды таҙартыу буйынса тиҫтәләгән өмә ойошторола. Артабан эшкә белгестәр тотона. Йылдан-йыл «Дуҫлыҡ» паркы заманса күренеш ала башлай.

Балалар майҙансыҡтары һәм йомшаҡ япмалы юлдар, ял итеү зоналары барлыҡҡа килә, яҡтылыҡ тулыһынса үҙгәрә. Шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла. Парктың биҙәге булып фонтан тора. Шулай уҡ бында күп функциялы спорт майҙансығы, юл билдәләре менән балалар автомобиль ҡаласығы, саралар үткәреү өсөн сәхнә урынлаштырыла. Биләмәне төҙөкләндереүҙең һуңғы этабында йәйге кафе, туристик навигация билдәләре һәм өҫтәмә урам яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла.