Өфөлә «Байыҡ -2024» республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы


Республиканың төп сәхнәһе -»Башҡортостан» концерт залында «Байыҡ -2024» телевизион конкурсының иң яҡшы бейеүҙәрҙән тупланған гала-концерты уҙҙы. Өр-яңы постановкалар, сағыу костюмдар, осҡон сәсрәтеп халыҡсан бейеү башҡарыусылар хаҡында киләһе яҙмала.

«Байыҡ» телевизион бейеү конкурсы 17-се тапҡыр бейеү сәнғәтенә тоғроларҙы бер майҙанға йыйҙы. Халыҡ булмышын, рухиәтен сағылдырған бейеүселәр изге аманатты-үҙҙәре белгән бейеүҙәрҙе балаларына, йәш быуынға тапшырҙы. Байыҡсылар менән бергә хатта бөтә ҙур Рәсәй бейей тиергә лә мөмкин. Мәскәү, Силәбе өлкәһе, Пермь крайы. Башҡортостандың район- ҡалалары халҡының бейеү сәнғәтендә алдынғы булырға ынтылыуҙары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Байыҡтың тоғро тамашасылары иһә күҙ яуын алырҙай гөлләмәләр тотоп, яратҡан башҡырыусыларын тәбрикләргә килде.

17 йыл дауамында «Байыҡ» сәхнәһендә 15 меңдән ашыу бейеүсе майҙан тотҡан. Фольклор ансамблдәре араһында Гран-приҙы Салауат районының «Торнаҡай» фольклор коллективы яуланы, ә парлы ансамблдәр араһында Гран-приға Әбйәлилдән «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле лайыҡ булды.

«Байыҡ» телевизион конкурсында сәхнәгә ауыл һәүәҫкәрҙәренән тыш, юғары уҡыу йорттары ғалмдары, хатта оборона заводы эшсәләре лә күтәрелде. Бейеү сәнғәте башҡарыусыларҙан тырышлыҡ, физик һәм рух көсө талап итә. Бейеү байрамында көслө рухлыларға, тырыштарға ғына бәхет йылмайҙы.

«Байыҡ - 2024» телевизион бейеү фестивалендә яңғыҙ бейеүсе ҡыҙҙар араһында Гран-при Розалия Ғәйфуллинала. Ә егеттәрҙән иң оҫтаһы Сәтрлетемаҡтан Илшат Ғималов.

«Байыҡ» бейеүселәрҙең генә түгел, бейеү ҡуйыусыларҙың да һәләтен камиллаштыра, дәрәжәһен үҫтерә. Конкурс сиктәрендә 100 меңлек сертификат башҡорт бейеүе сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөназ Аҡназароваға тапшырылды. Гөлназ Вәкил ҡыҙы профессиональ сәхнә өсөн 50-нән ашыу бейеү һалған һәм хорегорафик постановкалар ҡуйған.

«Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион бәйгеһе яңғыҙ бейеүселәр өсөн генә тип башланһа, бер аҙҙан парлы, трио, бәләкәй ансамблдәргә лә мәртәбәле сәхнәгә сығыу бәхете тейә. 17 йыл дауамында проект сиктәрендә йөҙҙәрсә яңы бейеү коллективтары барлыҡҡа килгән, яңы бейеүҙәр һалынған.

«Байыҡ» телевизион проекты бейеү сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө менән хаҡлы ғорурлана ала. Проект халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп, башҡорт халыҡ бейеүҙәренең уникаль традицияларын ил һәм донъя кимәлендә данлай. «Байыҡ -2024» бейеү фествале һәләтле, тырыш, матур халыҡтың дуҫлыҡ һәм рух байрамына әүерелде.

Гүзәл Борханова