Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу иҫерек үҫмер водитель тотолған

Был турала Республика автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. 7 үҫмер иҫерек килеш техника йөрөтөп икенсегә туҡтатылған. Улар енәйәт кодексы буйынса яуап бирә. Быйыл республика юлдарында водитель танытмаһы булмаған мең ярымдан ашыу үҫмер тотолған. Ундайҙарҙың ата-әсәләре административ кодекс буйынса яуапҡа тарттырыла, штраф түләй 2024 йылда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 399 авария булған, уларҙа 10 баланың ғүмере өҙөлгән, тигән мәғлүмәттәр бирә  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ведомствоһы.