Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса киҫкен мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Бынан ары ҡырсынташ түшәү эштәре ҡар яуып, ер туңғандан һуң түгел, ә күпкә алдараҡ башҡарылырға тейеш. Видеоконференция бәйләнеше аша ойошторолған оператив кәңәшмәлә «Башҡорт ихатаһы» һәм «Өфө поликлиникаларын яңыртыу» буйынса төбәк программалары тураһында ла һүҙ барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһында республиканың 33 район-ҡалаһынан 143 ихата ҡатнашты. Муниципаль финанслауҙы иҫәпкә алғанда, дөйөм бюджет миллиард һумдан ашҡан. Өфөнөң Шота Руставели урамында ла ял майҙансығы төҙөкләндерелеп, заманса төҫ алды. Проект буйынса ихатала йәш үҫентеләр ултыртылған, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылған, хәүефһеҙ балалар майҙансығы йыһазландырылған, асфальт, бордюрҙар яңыртылған. Оператив кәңәшмәнең видеоконференция бәйләнеше барышында Радий Хәбиров программаның ихтыяж менән файҙаланыуын билдәләп, киләһе йылға финанслау мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

Туңған ергә ҡырсынташ һалына. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙа ремонтҡа бәйле киҫкен мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Быйыл ошо маҡсатта 154 миллион һум аҡса бүленгәйне. Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәкселеге билдәләүенсә, егерме объекттың 8-ендә эштәр тамамланыу алдында, ҡар яумай, шуға технологик яҡтан эштәрҙе башҡарырға мөмкин. 15 декабргә тиклем эштәр тамамланырға тейеш.

Контроль идаралыҡ йыйған мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфө поликлиникаларын яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә бәйле һорауҙар ҙа барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итеп, ремонт билдәләнгән ваҡытҡа тамамланырға тейеш, тип билдәләне.

Оператив кәңәшмә сиктәрендә Радий Хәбиров идара итеү командаһына тағы ла бер бурыс йөкмәтте. Октябрьский ҡалаһындағы авиаклубҡа самолет һатып алыуға аҡса бүлергә кәрәк.

Уҙған аҙнала Өфө «Рәсәй самбо өсөн» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул иткәйне. Уның сиктәрендә Көрәш һарайында балалар араһында тәүге күләмле турнир үтте. Форумда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына турнир уҙғарыу тәҡдиме булды, оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был сара Башҡортостанда мотлаҡ үтәсәк тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта төбәктә тағы ла күләмле төҙөлөштәр көтөлөүе билдәләнде.

Оператив кәңәшмә һуңында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика тораҡ пункттарында яңы йыл биҙәлеше буйынса эште тиҙәйтергә ҡушты. Барлыҡ объекттарҙа ла байрам иллюминацияһы булырға тейеш, тине төбәк етәксеһе.

Гөлназ Хәйбуллина